Һәләтле яҡташыбыҙҙың сираттағы еңеүе

Республика инженер лицей-интернатының 11-cе синыф уҡыусыһы Вадим Харисов химия буйынса Менделеев олимпиадаһының Рәсәй йыйылма командаһы составына ингән. Ун кешенән торған команда халыҡ-ара олимпиадала Рәсәй данын яҡлаясаҡ. Менделеев турниры - донъялағы иң ҙур һәм иң абруйлы бәйге. Быйыл ул апрель аҙағында Ҡытайҙа үтә.

Яңыраҡ Саранскиҙа мәктәп уҡыусыларының химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы тамамланды. 11-cе синыф өсөн мәьәләләрҙе уңышлы сисеп, еңеүсе булдым. Һөҙөмтәлә мине илдең йыйылма командаһы составына алдылар. Хәҙер сираттағы олимпиадаға әҙерләнәм. Еңеүгә ышанысым көслө.

Вадим Харисов, Республика инженер лицей-интернатының 11-се синыф уҡыусыһы