Билдәле композитор Айрат Ҡобағошов иҫтәлегенә бөгөн башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың асыҡ конкурсы үтте. Өфө районының Алексеевка мәҙәниәт йортонда ойошторолған сарала республика район-ҡалаларынан ансамблдәр, айырым башҡарыусылар һынау тотто. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Хазина» исеме аҫтында берләшкән ҡыл-ҡумыҙсылар ансамбле тамашасыларҙы тарих төпкөлөнә алып ҡайтты. Әбйәлил районы Асҡар сәнғәт мәктәбендә ижади коллектив тап ошо маҡсатта ойошторола. Улар төбәгендә сығыш яһауҙан тыш, милли композицияларҙы башҡа төбәктәргә лә еткерә. Пропагандалау эшен дә яйға һалған.
Айрат Ҡобағошов башҡорт музыка ҡоралдарын өйрәнә, уларҙы тергеҙеү менән шөғөлләнә . Бик күп уҡыусылар тәрбиәләй. Бөгөн Айрат Миңлеәхмәт улы һалған төплө нигеҙ уңышлы тормошҡа ашырыла.
Өфө районында үткән башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың асыҡ конкурсы быға дәлил. Сәхнә түрен бер-береһен уҙҙырып ижади коллективтар сығыш яһаны. Баҡалы районынан ҡурайсылар ансамбле шул иҫәптән.
Конкурс ҡатнашыусыларын абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Халыҡ-ара кимәлдә билдәлелек алған замандаштарыбыҙ һәр сығышты ентекле ҡарарға тырышты. Сығыш яһаусыларҙың һайланған көй-моңона, башҡарыу алымынан сәхнә кейеменә тиклем иғтибар итте.
Сара беренсе тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, йәш таланттарҙың күплеге, конкурсҡа тәҡдим ителгән композицияларҙың төрлөлөгө менән айырылды.
Азат Ғәлиуллин