Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Башҡортостанға Белгород өлкәһенән 498 бала килде. Бындай ҡарарҙы өлкә губернаторы менән һөйләшкәндән һуң Радий Хәбиров ҡабул итте. Өлкән класс уҡыусылары уҡыу йылын республикала тамамлай. Оператив кәңәшмәлә республика башлығы балаларҙы ҡабул итеүсе район башлыҡтарына туҡланыу, мәктәпкә йөрөтөү кеүек етди һорауҙарҙы хәл итергә ҡушты. Республика менән идара итеү үҙәгендә шулай уҡ Башҡортостанда индерелгән янғынға ҡаршы махсус режим, ҡыштан һуң урамдарҙы тәртипкә килтереү, яҙғы ташҡынға бәйле хәл тураһында һүҙ барҙы. Оператив кәңәшмәнән БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.
Оҙон юл үткән балалар шатлығын йәшермәй. 500 яҡын кеше уҡыу йылын тыныс шарттарҙа тамамлау өсөн Башҡортостанға килгән. Уҡыусылар ике төркөмгә бүленеп, Илеш һәм Әбйәлил райондарына юллана. Балалар урындағы мәктәптәргә беркетелгән, улар өсөн дәрестәр графигы төҙөлгән, ҡыҙҙар һәм малайҙар июнь башына тиклем Башҡортостанда йәшәй.
Башҡортостан халҡы ауыр хәлдә ҡалған күршеләр хаҡында ла хәстәрлек күрә. Ырымбур өлкәһендә зыян күргән халыҡ өсөн республиканан 8 йөк машинаһынан торған 6 конвой ебәрелгән, 136 тонна эсәр һыу һәм гигиена саралары оҙатылған. Республикала яҙғы ташҡынға бәйле хәл тотороҡло, әммә тынысланырға ярамай. Был аҙнала Ағиҙел, Өфө, Дим йылғаларында һыу кимәле максималь күрһәткестәргә тиклем күтәрелер тип көтөлә.
Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ҡыштан һуң урамдарҙы тәртипкә килтереү, тирә-яҡты йыйыштырыу кимәле менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Коммуналь техника һатып алыу өсөн республика ҡаҙнаһынан сығымдар бүленгән, шуға ҡарамаҫтан ҡайһы бер райондарҙа урамдарҙы йыуыу машинаһы юҡ.
Һуғыш ветерандарына клиник госпиталь һәм лидерлыҡ белем биреү мәктәбен төҙөүҙә федераль бюджет ярҙам итәсәк. Был проекттарҙы Радий Хәбиров Кремлдә Владимир Путин менән осрашыу барышында тикшерҙе.
Шулай уҡ ултырышта былтырғы тәжрибәгә таянып, май барамдары алдынан тәбиғәт янғындары хәүефен кәметеү маҡсатында, махсус режим тураһында иғлан ителде.
Һауа температураһы күтәрелеү сәбәпле, оператив кәңәшмәлә 27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим ителде. Ошо осорҙан урмандарҙа усаҡ яғырға, ҡоро үләнде үтәргә ярамай. шулай уҡ урман массивтарына терәлеп торған тораҡ пункттар, социаль һәм иҡтисади обьекттар тирәләй ерҙе һөрөү шарт, был эштәр беренсе майға тиклем тамамланырға тейеш.
Лилиә Мәҡсүтова