Беҙ бизнесҡа ярҙам итеү инфраструктураһы үҫешенең эволюция этабындабыҙ. Маҡсат - был йүнәлештәге эшмәкәрлекте тағы ла әүҙемләштереү, тине Радий Хәбиров Миәкә районына эш сәфәре барышында. Республика етәксеһе Ҡырғыҙ-Миәкәлә эшҡыуарлыҡ объектары, коммуналь хужалыҡ учреждениеларын ҡараны, урындағы халыҡ менән әңгәмәләште.
Еңел генә хәрәкәттәр менән ябай тимер ҡалайы ҡатмарлы төҙөлөш материалына әйләнә. Ҡойма, ҡыйыҡ, кәртәләр - ҡалыптан сығып ҡына тора. Эшселәргә төймәләргә баҫып үлсәмдәр индерергә генә ҡала. Барыһы ла автоматлаштырылған. Юғиһә заказдарҙы әҙерләп өлгөртөрлөк түгел. Һорау ҙур. Бигерәк тә төҙөлөш миҙгеле алдынан.
Ҡырғыҙ-Миәкәләге предприятие егерме төр продукция етештерә. Йылына ғына цехтарҙа 500 тонна металл эшкәртелә. Яҡын арала етештереү ҡеүәттәрен бермә-бер арттырыу күҙаллана. Бының өсөн сит илдән шулай уҡ автоматлаштырылған станоктар ҡайтарылған. Радий Хәбиров эшҡыуарлыҡ үҫешендә урындағы властарҙың, бизнес шерифтарҙың тырышлығы ла бар, тине.
«Инвестиция сәғәтендә» ҡаралған тағы бер бизнес проект-тау саңғыһы базаһы. Эшҡыуар район үҙәгендә генә тюбинг, саңғы шыуыу өсөн трассалар һәм тауға күтәреү ҡорамалдары төҙөргә иҫәп ота.
Проекттың тәүге өлөшө сафҡа индерелгән дә инде. Күл өҫтөндә ашхана төҙөлгән, катамаран, кәмәләр прокатлау үҙәге асылған. Һәм был объект уңайлы ҡала мөхитен булдырыу программаһы буйынса барлыҡҡа килгән парк сиктәрендә генә. Һыу өҫтөндәге кафе спорт, балалар уйыны майҙансығы, амфитеатры булған ял итеү урынын тулыландыра ғына.
Район үҙәген тәртиптә тотоу менән ауырлыҡтар юҡ. Ҡырғыҙ-Миәкәлә бар тирә-яҡ, коммуналь объекттар, бюджет учреждениелары бер бүлмәлә күҙәтелә. Районда республикалағы өс муниципаль учреждениеларҙы комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәктәренең береһе эшләй.
Район үҙәген тәртиптә тотоу, биләмәләр, юлдарҙы таҙартыу, һыуүткәргестәрҙе, башняларҙы хеҙмәтләндереү икенсе ойошма - Миәкә коммуналь сервис яуаплылығында. Радий Хәбиров был предприятиелар эшмәкәрлеге менән танышып райондарға артабан да махсус техника менән ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе.
Радий Хәбиров район үҙәгендә халыҡ менән дә әңгәмәләште. Миәкәләрҙе юлдар торошо, медицина учреждениеларында хеҙмәткәрҙәр етешмәүе, социаль объекттарҙы модернизациялау мәсьәләһе борсой. Яңы Ҡарамалы ауылында мәктәпте төҙөкләндереүҙе үтенделәр. Радий Хәбиров был мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Ә бына вәғәҙә иткән сәнғәт мәктәбе төҙөлөшө быйыл башланасағын белдерҙе.
Айнур Кәбиров