Радий Хәбиров Миәкә районында МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Ҡырғыҙ-Миәкәлә Башҡортостан башлығы махсус хәрби операцияла һәләк булған Айрат Фәтихов, Айнур Янышев, Фәдис Аллаяров, Азат Ҡадиров, Алмаз Әхмәҙуллин, Валентин Филиппов, Данис Мәхийәнов, Виталий Павлов һәм Реналь Тахауетдиновтың ғаиләләре менән осрашты. Радий Хәбиров яугирҙарҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерҙе һәм яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре өсөн генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.