Стәрлетамаҡ районында ауыл эшсәндәре баҫыуҙарға минераль ашламаларҙы индереүгә төшкән

Стәрлетамаҡ районының иң эре хужалыҡтарының береһендә яҙғы-сәсеү кампанияһына әҙерлек 30 процентҡа теүәлләнгән. Ауыл эшсәндәре бөгөн баҫыуҙарға минераль ашламаларҙы индереүгә төшкән. Һәм эште ике өс көндә тамамларға иҫәп тота. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Альберт Бәҙретдинов Стәрлетамаҡ колледжында уҡыған осорҙа уҡ хужалыҡ эшмәкәрлеге менән таныша. Практика үтеп, тәжрибә туплаған дипломлы белгес алдында «ҡайҙа эшкә барырға « тигән һорау тормай. Белгес дәүләттән 500 мең һум күләмендә матди ярҙам алыуға ла өлгәшә.

Стәрлетамаҡ районындағы иң эре хужалыҡтарҙың береһе йыл һайын техника паркын да яңыртырға тырыша. Шунлыҡтан, тармаҡ үҫешендә тотҡарлыҡтар юҡ тиерлек . Эшсе ҡулдарға ла ҡытлыҡ күҙәтелмәй.

Минераль ашламалар ҙа ваҡытында туплана. Шунлыҡтан бөгөн башланған эш аҙна аҙағында тамамланыр тип көтөлә.

Әйткәндәй, хужалыҡ яҙғы сәсеү кампанияһына әҙерлекте 30 процентҡа тиклем теүәлләгән. Эш план буйынса бара. Киләһе аҙнала ҡуҙаҡлы һәм майлы культураларҙы сәсеүгә төшөү күҙаллана .

Азат Ғәлиуллин