Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 105 йәшлек юбилейын билдәләй

9 май алдынан «Яңылыҡтар» хеҙмәте Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында яҙмалар циклын башлай. Киләһе сюжет геройы - Өфөлә йәшәгән Лидия Баженова. Бөгөн ветеран 105 йәшлек юбилейын билдәләй. Ханымдың яҙмышы ябай түгел. Ветеран менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина осрашты.

Йыр ветеран күңеленә ҡыуаныс та, йыуаныс та. Бер нисә йыл элек кенә буш ваҡытын китап уҡып, кроссвордтар сисеп үткәрһә, быйыл һаулығы бындай мөмкинлеккә әҙерәк кәртә ҡуя . Онкология һаулығыһын ҡаҡшата. Тик Лидия Петровна бер нәмәгә лә зарланмай. Хәтере яҡшы, кәйефе көр. Һуғыш башланғанда, Лидия Петровна студент ҡына булған. Ул саҡта Ленинградҡа немец теленән уҡыуҙар үтергә килгән йәш ҡыҙҙың тормошо үҙгәрә. Бөтә ил халҡыныҡы кеүек.

Уҡыуҙар тураһында иғланды гәзиттә күреп ҡалдым. Уҡыйым тип, эштән сығырға тура килде. 21 июндә беренсе курстың һуңғы имтиханын тапшырҙым. Ә 22-һе һуғыш башланды.

Лидия Баженова, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветераны

Дәрестәр үткәс, Лидия Петровна мәктәптә уҡытыуға тотона. Педагогик стажы 50 йылдан ашыу. Бөгөн ветеран янында ике ейәнсәре, өс бүлә-бүләсәһе бар. Ә тормош иптәшен ул күптән юғалтҡан.

Ул хәрби кеше ине. Фин һуғышын үткән. Мин уға тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Эстән генә: «Ошо кешегә мин кейәүгә сығам» тип уйланым. Һәм шулай килеп сыҡты ла.

Лидия Баженова, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветераны

Тик яңы өйләнгән парҙың бәхете ғүмерле булмай. Бергә бер нисә йыл да йәшәп өлгөрмәйҙәр, Георгий Баженов һуғышҡа алына. Бер йылдан ул һәләк була. Башҡаса Лидия Петровна кейәүгә сыҡмай. Йөрәге түрендә тик бер исемде генә һаҡлай. Бөйөк Еңеү тураһында хәтирәләр ҙә күңелендә мәңгегә уйылып ҡалған.

Еңеү тураһында хәбәрҙе мин урамда ишеттем. Октябрь Проспекты буйлап баҙарға китеп бара инем. Ҡараһам, халыҡ ҡысҡырып көлә, ҡосаҡлаша, ҡыуана. Һуғыш бөттө тигәстәр, йөрәгем атылып сыға яҙҙы.

Лидия Баженова, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветераны

Лидия Петровнаның оҙон ғүмер йәшәүенең үҙ сере. Уның фекеренсә, көн һайын йәйәү йөрөргә кәрәк. Сөнки хәрәкәттә - бәрәкәт, ти ул.

Рәзилә Ғиниәтуллина