Учалы районында «Атайсал» проекты менән таныштырыу маҡсатында халыҡ менән осрашыуҙар үтте

2021 йылда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән ғәмәлгә ашырыла башлаған программа Рысай һәм Ильинка ауылдарына ла килеп етте. Илсе ауыл биләмәһе башлығы Азат Вәлитов билдәләүенсә, был проекттың асылы берҙәмлектә, сөнки берлектәге изге эштәр тыуған ауылдың сәскә атыуына булышлыҡ итә. Уңышлы кешеләр үҙҙәренең Кесе Ватанына уңайлы тормош шарттары булдырыуҙа ярҙам итә ала. Ауылдаштар тырышлығы менән быға тиклем дә урындағы халыҡ мәнфәғәтенә файҙалы һәм изге эштәр башҡарылған.

Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, әле «Атайсал» проекты эшләй башлаһын өсөн иң уңайлы ваҡыт. Сөнки йәйге төҙөлөш миҙгелендә күберәк хәйриә башланғыстарын тормошҡа ашырырға мөмкин. Был сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары ла саҡырылды. Рысай һәм Ильинка ауылдарында ойошторолған осрашыуҙы йәнләндереп башҡорт эстрадаһы артистары Алина Дәүләтханова менән Рәдиф Зарипов концерт менән сығыш яһаны.