Был турала Республика хөкүмәтендә үткән ултырышта белдерелде. - Һуңғы йылдарҙа ҙур ташҡындар булманы. Халыҡ элек һыу баҫҡан биләмәләрҙә лә төҙөлөш башланы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр булмаһын өсөн саралар күрергә кәрәк, - тине Премьер-министр Андрей Назаров. Республикала 491 гидротехник ҡоролма бар. Әле Ағиҙел һәм Өфө йылғаларының ташыуы күҙәтелә. Быйыл һыу кимәленең норманан 20-60 сантиметрға юғары булыуы ихтимал. Павловка, Йомағужа һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстары һыу туплау режимында эшләй, авария хәүефе юҡ, -тип белдерелде.