Хәрбиҙәр өсөн яңы ташлама була

Башҡортостандан махсус хәрби операцияға мобилизацияланғандар газ һәм һыу өсөн түләмәй. Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, шәхси иҫәпләгес ҡуйылмаған фатирҙа йәшәгән яугирҙәр ғаиләләренә ташлама була. Бындай торлаҡта йәшәгәндәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн норматив буйынса түләй. Льгота менән файҙаланыу өсөн хәрби комиссариаттан мобилизацияға бәйле белешмә алып идарасы компанияға тапшырырға кәрәк.