Башҡортостанда Мәктәп футбол лигаһы булдырыла

Спорт министрлығынан белдереүҙәренсә, проект 500-ҙән ашыу команданы берләштерә. Яңы лигала 200-ҙән ашыу мәктәптән 10 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Футбол уйындары апрелдән июнгә тиклем үтә. Еңеүсе команда быйыл көҙ Мәскәүҙә финалда сығыш яһай.