2030 йылға пассажирҙар ағымын 1,5 тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйыла. Былтыр баш ҡала аэропортында 4,8 миллион кеше хеҙмәтләндерелгән. Пассажирҙар һанын күбәйтеү өсөн яңы йүнәлештәр асыла. Быйыл Беларусь, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Тажиҡстан, Әрмәнстанға рейстар артты, шулай уҡ Төркиә, Мысыр, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре курорттарына самолеттар һаны арта.