Зөһрә Рәхмәтуллина: "Башҡорт теленән диктант - телебеҙгә һөйөү билдәһе"

27 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант була. Уны уҙғарыу майҙансыҡтары билдәләнде. Улар араһында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө Фән һәм технологиялар университеты, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһы бар. “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант телебеҙгә булған ихтирам һәм һөйөү билдәһе. Был акция башҡа милли республикаларға өлгө булып тора”, - ти Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Халыҡ-ара диктантта ҡатнашыусыларға сертификат тапшырыла.  Тулыраҡ мәғлүмәт менән bashdictant.ru сайтында танышырға була.