20 апрелдә Башҡортостанда “Хәтер баҡсаһы” акцияһы башлана. Республикала ул апрель-май айҙарында ойошторола. Акцияла Рәсәйҙең бөтә төбәктәре һәм 35 дуҫ илдәр ҡатнаша. Республика урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов халыҡ-ара акцияға әҙерлек барышы тураһында һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАғас ултыртыу датаһы, ваҡыты, урындары тураһында мәғлүмәт “Хәтер баҡсаһы” акцияһының рәсми сайтында урынлаштырылған. Башҡортостанда “Патриот” паркы биләмәһе үҙәк майҙансыҡ була, унда 300-гә яҡын йүкә ултыртыу күҙаллана.