Башҡортостан массажистары ассоциацияһы һөнәри бәйгене 10-сы йыл рәттән ойоштора. Конкурста 10 көн дауамында иң оҫта массажистар асыҡлана.
Чемпионатта белгестәр медицина һәм СПА-массаж йүнәлештәре буйынса көс һынаша. Сара һөнәр оҫталарына ярҙам күрһәтеү, һөнәри кимәлде үҫтереүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.