Башҡортостанға Белгород өлкәһенән 500-гә яҡын уҡыусы килде. Балалар Илеш районындағы “Орлёнок” балалар һауыҡтырыу лагеры һәм Әбйәлилдең “Ҡайынҡай” ял йортона урынлаштырыла. Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, бында уҡыуҙы дауам итеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, уҡыусылар өсөн мәҙәни ял ойошторола, улар республиканың иҫтәлекле урындары менән таныша аласаҡ. Республика Башлығы Хөкүмәткә балаларға йәшәү, туҡланыу, уҡыуҙы, өҫтәмә белем биреүҙе тәьмин итергә ҡушты.