Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүҙең төп көнө 31 августҡа тәғәйенләгән

Был көндө концерт-күңел асыу программалары бер юлы өс майҙанда - Ленин, Машиналар эшләүселәр һәм «Ватан» этнопаркында ойошторола.

Юбилейға әҙерлек мәсьәләләре Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән сираттағы кәңәшмәлә тикшерелде. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев календарь планы проекты әҙерләнеүен хәбәр итте. Бөтәһе -100-ҙән ашыу сара, шул иҫәптән федераль кимәлдә. 4 тиҫтәгә яҡын уникаль ваҡиға Өфөлә тәүгә уҙғарыла, ә традицион фестивалдәр һәм форумдар күләмлерәк форматты үҙ эсенә ала.

«Рәсәй - спорт державаһы», Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумдары юбилей йылының иң ҙур ваҡиғалары буласаҡ. Радий Хәбиров апрель аҙағына тиклем ваҡиғалар картаһын әҙерләргә, шулай уҡ республика ҡунаҡтарын байрам сараларына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән мәғлүмәт эшен көсәйтергә ҡушты. Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ҙур юбилей объекттарын төҙөү барышын тикшерҙе.