Һуңғы көндәрҙә Ейәнсура районында айыуҙарҙың әүҙемләшеүе күҙәтелә. Ҡарадигән, Юлдаш ауылдары янында урман хужаһы кешеләргә осраған. Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, айыуҙар ауыл малын баҫтыра. Белгестәр әйтеүенсә, яҙын айыуҙар, көҙ айҙарынан айырмалы рәүештә, ас була, шуға күрә бик агрессив һәм осраған кешегә ташланыуы ихтимал. Йыртҡыстың яңы эҙҙәрен күреү менән мөмкин тиклем тиҙерәк был урындан китергә кәрәк. Шулай уҡ июнь аҙағында айыуҙар айырыуса хәүефле, был- тайыштабандарҙың никахлашыу ваҡыты.