«Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһынан оҙатылған тауар күләме 2 миллиард һумға етер тип көтөлә

Йыл аҙағына Стәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһынан оҙатылған тауар күләме 2 миллиард һумға етер тип көтөлә. Экспорт яҡынса 30 процентҡа артасаҡ. Пландар ҙур. Ҡасандыр ҡатмарлы иҡтисади хәлдә булған компанияның бөгөнгө үҫеш күрһәткестәре сәнәғәт производствоһы индексында ла сағылыш тапҡан. Импортты алмаштырыу йүнәлешендә уңышлы эшләгән предприятие мөмкинлектәре менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә

Слесарҙан башлап двигателдәрҙе йыйыу буйынса өлкән мастерға тиклем. Рәис Зөбәйҙуллин 1973 йылда техникум тамамлап, йүнәлтмә буйынса Стәрлетамаҡтағы предприятиеға эшкә урынлашҡан. Инде ярты быуаттан ашыу ул заводҡа тоғро хеҙмәт итә, остаз булараҡ йәштәргә эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Дизель двигателдәрҙе һүтеп ҡорғанда үтә лә теүәллек талап ителә, һәр деталь үлсәп ҡуйыла.

Cтәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһына 1941 йылда нигеҙ һалынған. Заводта нефть промыслалары ҡорамалдарынан тыш, сәнәғәттең башҡа тармаҡтары өсөн дә продукция сығарыла. Былтыр эшмәкәрлектә яңы йүнәлеш үҙләштерелгән - сит ил двигателдәренә ремонт уҙғарыла башлаған. Шулай уҡ импортты алмаштырыу программаһы сиктәрендә запас частарҙың аналогтары эшләнә. Дизель-генератор ҡулайламалары сығарыла.

Предприятиела етештерелгән төп продукция скважиналарҙы ремонтлау өсөн тәғәйенләнгән 40,60,80 тонналыҡ күтәргес агрегаттар. конструкторҙар ярҙамы менән техникалар тағы ла ҡеүәтлерәк буласаҡ. Киләһе йыл 140 тонна йөк күтәрә алған агрегаттар сығарыла башлай.

Шулай уҡ газ бешкәкле электр станциялары сығарыу буйынса пилот проектҡа старт биреләсәк. Продукция номенклатураһын арттырыу өсөн заводта барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Күрһәткестәр ҙә яҡшырған. 2022 йыл менән сағыштырғанда, былтыр етештерелгән тауар күләме ике тапҡыр артып, ярты миллиард һумдан ашҡан. Сәнәғәт производствоһы индексының да дүрт тапҡырға артыуы күҙәтелә. Экспортта ла үҫеш билдәләнгән

Төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, сәнәғәтте үҫтереү фондының ярҙамын тойоп эшләйбеҙ. Рәсәй төбәктәре, яҡын сит илдәрҙә ойошторолған конференция, симпозиум һәм башҡа сараларҙа ҡатнашабыҙ. Башҡортостан һәм Белоруссия араһында иҡтисади бәйләнештәр нығый, республиканың ышаныслы партнеры менән дә мөһим килешеүҙәр төҙөнөк, ике яҡлы хеҙмәттәшлек үҫә.

Елена Нечепоренко, «Ҡыҙыл Пролетарий» предприятиеһы генераль директоры

Предприятие ҡаҙаныштары Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмә барышында ла билдәләнде. Бер нисә йыл элек кенә бөлгөнлөк хәлендә булған завод ниһайәт үҫеш юлында.

Былтыр предприятиела хеҙмәткәрҙәр штаты ла 75 процентҡа артҡан, уртаса хеҙмәт хаҡы ла хәҙер 48 мең һумдан күберәк. Йәштәрҙе эшкә йәлеп итеү буйынса урта махсус уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыла. Киләһе йылдарҙа производство майҙанын киңәйтеү ҙә планлаштырылған.

Гөлназ Хәйбуллина