Республиканың 17 ҡалаһы уңайлы мөхит буйынса федераль рейтинг талаптарына яуап бирә

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 2030 йылға һәр бер төбәктә ҡалаларҙың кәмендә 80 проценты уңайлы мөхит рейтингы күҙлегенән ыңғай баһаланырға тейеш. Башҡортостан был маҡсатҡа 2023 йылда уҡ иреште. Әле республиканың 17 ҡалаһы уңайлы мөхит буйынса федераль рейтинг талаптарына яуап бирә. Сағыштырыу өсөн: 2018 йылда бары 4 ҡала ғына мөхит сифаты индексын үтәгән булған. Был күрһәткестәргә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың төбәктә уңайлы мөхит булдырыу программалары үтәлешен шәхси контролгә алыуы һөҙөмтәһендә ирешелгән.

Төҙөкләндереүҙән һуң, Дим паркында аҙашырмын тимә. Ҡапҡанан ингәс тә һәр зонаға юл күрһәткес оҙатып тора. Ә эскә үтеү менән ысынлап та, әкиәт иленә аяҡ баҫаһың. Барлыҡ үҙгәрештәр урындағы халыҡ фекерен иҫәпкә алып тормошҡа ашырылған. Хәйер, парк төҙөлөшөн дә урындағы халыҡ Радий Хәбировтан үҙҙәре һорағайны.

Уйын, ял майҙансығы, йәшел зона, спорт менән шөғөлләнеү биләмәһе, туҡланыу урыны һәм сәхнә. Ошондай уҡ уңайлыҡтар Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркында ла бар. Ҡасандыр ҡамыш үҫеп ултырған һаҙлыҡ урынында бөгөн заманса ял мөйөшө. Бында төрлө йәштәгеләр өсөн уңайлы шарттар булдырылған.

«Нефтехимиктар» мәҙәниәт һәм ял паркына 1947 йылда нигеҙ һалынған. Туҡһанынсы йылдарҙа ул ташландыҡ хәлдә ҡала. Әммә Черниковка халҡы яратҡан ял урындарының ҡайтанан төҙөлөрөнә өмөтөн өҙмәй. Былтыр урындағы халыҡ менән төбәк башлығы осрашты һәм паркты яңыртырға һүҙ бирҙе. Һәм бер йыл да үтмәй хыялдар тормошҡа ашты.

Коляска менән көн һайын паркка сығып йөрөйбөҙ. Бында йәшеллек күп, саф һауа һулайбыҙ. Газон йәмле, юлдарға асфальт һалынған. Бик күңелле.

Маргарита һәм Руслан Сираевтар

Парктар төҙөкләнделеүе - ҡала мөхите сифаты индексын арттырған күрһәткестәр береһе. Ошондай уңайлыҡтар артҡан һайын, Өфө федераль рейтингта юғарыраҡ күтәрелә. Һуңғы 5 йылда ғына республикала инфраструктура үҫеү һөҙөмтәһендә, сифат индексына республиканың 17 ҡалаһы лайыҡ булған.

Рәзилә Ғиниәтуллина