Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында күренекле педагог Роберт Арыҫлановты иҫкә алдылар

Остаз, комсомол лидеры, дәүләт эшмәкәре. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында күренекле педагог Роберт Арыҫлановты иҫкә алдылар. Хөрмәт һәм хәтер саралары «Почет билдәһе» һәм «Халыҡтар дуҫлығы» ордендары кавалеры, СССР-ҙың мәғариф алдынғыһының тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо.

Уҡытыусы һөнәрен юғары үрҙәргә күтәргән Роберт Арыҫлановтың тормошоноң шаҡтай өлөшө Аҡъяр ауылының 1-се урта мәктәбе менән бәйле. Ул мәктәптә яҡшы уҡый, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, пионер отряды вожатыйы, пионер дружинаһы советы һәм уҡыусылар комитеты рәйесе була. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң егет Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1955 йылда, юғары белем алып, тыуған мәктәбенә география уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта.

Роберт Мөтиғулла улының дөйөм хеҙмәт стажы ярты быуаттан ашыу. 1959 йылдың ноябрендә 25 йәшлек егетте КПСС-тың райком секретары итеп һайлайҙар, 1978 йылда иһә БАССР-ҙың мәғариф министры урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Был юғары вазифала ул 13 йыл эшләй.

Арҙаҡлы уҡытыусының исеме тыуған мәктәбе стенаһында мемориал таҡтаташта мәңгеләштерелгән. Уҡыусылаға күренекле педагог биографияһының һәр бите ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.

Роберт Мөтиғулла улы педагогик кадрҙар әҙерләү, мәғариф учреждениеларын квалификациялы белгестәр менән тулыландырыуға тос өлөш индерә. Яуаплы вазифаларҙа ул тырышып эшләй, уҡытыусылар һәм уҡыусылар яҙмышына ихтирамлы мөнәсәбәттә була. Роберт Арыҫлановтың тормошон һәм педагогик эшмәкәрлеген яҡташтары үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө итеп ҡуя.

Гүзәл Борханова