Рәмил Баҙамшин Баймаҡ ҡалаһында хәйриә концерты менән сығыш яһаны

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшин Баймаҡ ҡалаһында хәйриә концерты менән сығыш яһаны. Ижади проект махсус хәрби операция яугирҙарына арналған. Сәхнәлә ил һаҡсыларының ҡаһарманлығы, илһөйәрлек һәм мөхәббәт тураһында йырҙар яңғыраны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Кронцерт алдынан башҡарыусы автор, йырсы һәм музыукант Рәмил Баҙамшин шайморатовсылар класы уҡыусылары менән аралашты. Уларҙы гитарала уйнау серҙәренә төшөндөрҙө, шулай уҡ патриотик темаға әңгәмә ҡорҙо.

Махсус хәрби операция геройҙарына арналған хәйриә концертында Рәмил Баҙамшин яугирҙарыбыҙҙың ҡаһармпнлығы, илһөйәрлек һәм мөхәббәт тураһында йырҙар башҡарҙы. Зал тулы тамашасы һәр сығышты көслө алҡыштарға күмде.

Рәмил Баҙамшин - 2022 йылдан махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙар алдында сығыш яһап уларға рухи көс өҫтәй, үҙе лә шәхсән ярҙам оҙата. Музыкант ҡатнашҡан проект Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Гөлдәриә Йосопова