Мәскәүҙә «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле баш ҡала тамашасыһына тәүге концертын тәҡдим итте

Бынан бер йыл элек Мәскәүҙә ойошторолған «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле баш ҡала тамашасыһына тәүге концертын тәҡдим итте. Ансамблдең етәксеһе һәм дирижеры яҡташыбыҙ, Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге музыка академияһы студенты Хәйҙәр Вәлиев. Ҡасандыр йыр сәнғәтенә юлын «Тамыр» вокал ансамблендә башлаған егет репертуарына тик академик жанрҙағы йырҙар туплаған.

Яҡташыбыҙ ойошторған коллективта төрлө милләт студенттары бар. Улар башҡорт, татар, ҡаҙаҡ һәм башҡа халыҡтарҙың йырҙарын башҡарҙы. Концертта Мәскәүҙең «Алтын ай» башҡорт бейеүҙәре ансамбле, билдәле йырсы Рената Бадамшина һәм башҡа сәнғәт оҫталары ҡатнашты. Концерт тамашасы күңеленә хуш килде. Тамаша һуңында Башҡортостандың һәм Татарстандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллектәре етәкселәре киләсәктә яңы ижади коллективҡа һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуын белдерҙе.