Башҡортостан баҫыуҙарында дым һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә

Ауыл  хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,был көндәрҙә ике тиҫтәнән ашыу райондарҙа сәсеүлектәр тырматыла. Илеш, Кушнаренко һәм Бүздәк райондарында эш дәррәү бара. Шулай уҡ ужым һәм күп йыллыҡ үлән баҫыуҙары ашлана. Быйыл яҙ 2 миллион гектар сәселә. Алдағы көндәрҙең эҫе булыуы көтөлә.