Башҡортостанда автомобилдәр күпләп һатыла

Үткән айҙа ғына 6 мең автокредит бирелгән. Был февралдәге менән сағыштырғанда 41 процентҡа күберәк. Рәсәйҙә апрелдә машинаға хаҡтарҙың күтәрелеүе көтөлә. Баҙар аналитиктары мартта сауҙа артыуҙы халыҡтың машина алып ҡалырға теләүе менән аңлата.