Башҡортостан тоҡомсолоҡ предприятиелары 2 меңдән ашыу тана үҫтергән

Бестужев, гольштин, симменталь, герефорд тоҡомло мал тәҡдим ителә. Һатып алыусыларҙың сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға субсидия ҡаралған. Һәр һыйыр малы өсөн сығымдың 60 мең һумы ҡаплана. - Тоҡомло малсылыҡҡа ярҙам тармаҡтың ҡеүәтен арттыра. Быйыл программалар буйынса 390 миллион һумлыҡ ярҙам ҡаралған, - тине Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.