Рәсәй Президенты указына ярашлы, 2030 йылға 80 процент ҡалаларҙа уңайлы йәшәү мөмкинлеге булдырылырға тейеш. Федераль төҙөлөш министрлығы рейтингында беҙҙең республиканан 17 ҡалала маҡсатлы күрһәткестәр тейешенсә үтәлә. Исемлек 36 күрһәткес буйынса әҙерләнгән. 2018 йылда 4 ҡала ғына рейтингта юғары баһа алһа, 2023 йылға был һан дүрт тапҡырға артты. Яҡын арала республикалағы тағы 4 ҡалала федераль талаптарға ярашлы уңайлы мөхит булдырыу бурысы тора.