Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа ветеринарияға бәйле ҡанунға үҙгәреш әҙерләнә. Уға ярашлы, республикала яңы мал зыяраттары булдырыу тыйыла. Бындай ҡарар кешеләр һәм малдар араһында йоғошло ҡурҡыныс ауырыуҙар таралыуын иҫкәртеү өсөн ҡабул ителә. Ғәмәлдәге мал зыяраттарын 2030 йылға тиклем ҡулланыу рөхсәт ителә, элеккеләрен юҡ итеү бурысы ҡуйыла. Әле республикала 900-гә яҡын мал зыяраты иҫәпләнә. Улар нығытылған биотермик соҡор ҡоролмаларын хәтерләтә. Был айҙа пленар ултырышта закон проекты тулыһынса ҡабул ителер тип көтөлә.