Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов менән осрашты. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостанда ташҡынға бәйле хәл тотороҡло.
Төбәктәге ҙур йылғалар әкренләп күтәрелә, ә Эҫем, Инйәр һәм Әй кеүек тау йылғаларында һыу кимәле юғары күрһәткестәргә еткән. Дала йылғаларында һыу кәмей башлаған. Шул уҡ ваҡытта торлаҡ йорттар һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәрен һыу баҫыу күҙәтелмәй. 27 апрелдән, йылы көндәр етеү менән, Марат Латипов төбәктә янғынға ҡаршы айырым режим индерергә тәҡдим итте. Республикала янғын осраҡтарын иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 22 мең кеше һәм 5 мең ярым берәмек техниканан торған төркөм булдырылған. Шулай уҡ КА-32 янғын-ҡотҡарыу вертолеты дежурҙа тора.