Фәйзи Ғәскәров ансамбле «Урал» дәүләт бейеү ансамбле менән сығыш яһаны

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең илдең алдынғы ижади коллективтары менән берлектәге концерт программаһы дауам итә. «Бейеү - халыҡ күңеле» Рәсәй халыҡтарының хореография сәнғәт фестивале сиктәрендә тормошҡа ашырылған проектта был юлы «Урал» дәүләт бейеү ансамбле сығыш яһаны. Күрше Силәбе ҡалаһы коллективының ғәскәровсылар менән тиҫтәләрсә йыл дуҫтарса мөнәсәбәт һаҡлай. Рәсәйҙең ике алдынғы ансамбленең бергә төрлө халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашыу тәжрибәһе етерлек.

Әйткәндәй, Силәбе ҡалаһы коллективы һуңғы тапҡыр Өфө сәхнәһендә 2013 йылда «Евразия йөрәге» Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә сығыш яһаған. «Урал» дәүләт ансамбле үҙенә генә хас хореография һәм халыҡ традицияларын һаҡлай. Милли музыка, этник кейемдәр буйынса эшләгән сағыу костюмдар төп үҙенсәлектәренең береһе. Ижади коллектив бөгөнгө проектҡа яуап итеп ғәскәровсыларҙы ла үҙ төбәгендә сығыш яһарға саҡырҙы.