Иглин ауылында ирекле көрәш буйынса турнир үтте

Ярыш махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир Антон Пешков иҫтәлегенә уҙғарылды. Республиканың 100-гә яҡын вәкиле 8 ауырлыҡ категорияһында миҙалдар өсөн көрәште.

Антон батыр егет ине. Улым хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлаған спортсыларға рәхмәтемде еткерәм. Элек ул конькиҙа йүгереү спорты менән мауыҡты

Ольга Пешкова, Антон Пешковтың әсәһе

Маҡсатыбыҙ йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, уларҙың физик әҙерлеген нығыпыу . Сөнки улар киләсәктә илебеҙҙе яҡлаясаҡ.

Илдар Иҫәнғолов, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай Депутаты

Ярыш йомғаҡтары буйынса Иглин һәм Булгаков ауылдары вәкилдәре беренсе баҫҡысҡа күтәрелде. Улар араһында Рәсәй һәм Европа чемпионаттарында ҡатнашыусы Юлия Иванова ла бар.

Тиҙҙән Волга буйы федераль округында ярыштарҙа ҡатнашып, спорт мастерлығына кандидат нормативтарын үтәргә ниәтләнәм. Мин киләсәктә олимпия чемпионы булып, алтын миҙал яуларға хыялланам.

Юлия Иванова, ирекле көрәш буйынса турнир еңеүсеһе