Мәскәүҙә Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙылар

Башҡортостан - Мәскәү үҙәгендә. Бөгөн илдең баш ҡалаһында, Рәсәй сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт үҙәгендә Башҡортостан презентацияһы үтте. Экспозицияларҙа республикабыҙҙың тарихи, иҡтисади ҡеүәте, фәнни ҡаҙаныштары, милли-мәҙәни хазиналары сағылыш тапҡан. Сара халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында үткәрелә. Презентацияла Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 90-дан ашыу дәүләт илсеһе һәм вәкилдәре ҡатнашты. Мәскәүҙе шаулатҡан саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Мәскәү бөгөн башҡорт рухында, башҡорт моңонда ҡойона. Рәсәй эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт үҙәгенә инеү менән ҡунаҡтарҙы башҡорт тирмәһе ҡаршы ала, уның эсендә халҡыбыҙҙың боронғо йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, кәсептәре, аш-һыуҙары менән танышырға мөмкин. Мәҫәлән, Шишмә районынан Рәхимә Дилмәева буҙа ҡойоу серҙәрен өйрәтә, милли эсемлек менән сит ил вәкилдәре ныҡ ҡыҙыҡһына, ти оҫта.

Ихатала иһә солоҡтар урын алған. Белорет районынан Азамат Заһитуллин солоҡ балының шифаһы, был кәсептең нескәлектәре менән таныштыра, был презентация эшҡыуар өсөн экспортты арттырыу мөмкинлеге.

Үҙәк эсендә Башҡортостандың социаль-иҡтисади ҡаҙаныштарын сағылдырған экспозициялар урын алған. Ҡунаҡтарҙа айырыуса легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Янғантау геопаркына арналған күргәҙмәләр ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ошода уҡ республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәре тураһында мәғлүмәт ҡуйылған. Башҡортостан бөгөн 100-ҙән ашыу дәүләт менән хеҙмәттәшлек итә, уның 5 илдә вәкиллеге эшләй. Европа менән Азия киҫелешендә, илдең йөрәгендә урынлашҡан Башҡортостан Рәсәйҙең иҡтисади, рухи терәге, милләт-ара татыулыҡ өлгөһө булып тора, тине сит ил эштәре министры Сергей Лавров.

Башҡортостан әлеге ваҡытта Ҡытай, Төркиә, Абхазия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Иран менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Һуңғы йылдарҙа тауар әйләнеше Азия илдәре менән 4, африка дәүләттәре менән 5 тапҡырға артҡан.

Мәскәүҙә үткән презентация күрһәткестәрҙе тағы ла арттырырға булышлыҡ итергә тейеш. Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек урынлаштырырға теләүсе дәүләттәр күп. Илселәрҙе тәү сиратта нефть эшкәртеү, сәнәғәт, ауыл хужалығы тармағы ҡыҙыҡһындыра.

Башҡортостан халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр урынлаштырыу буйынса ғына түгел, донъяуи майҙанда эшләгән илселәр, дипломаттар иҫәбе буйынса ла алдынғы урынды биләй. Был йүнәлеш йәштәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра. Әлеге ваҡытта Башҡортостандан 50-нән ашыу студент Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтында белем ала.

Башҡортостандың донъяуи майҙанға сығыу өсөн ҡеүәте лә, мөмкинлеге лә, теләге лә етеррлек. Хеҙмәттәшлек өсөн һәр тармаҡты ҡарарға мөмкин. Сәнәғәт, фән, туризм , мәҙәниәт.

Радий Хәбиров сит дәүләттәрҙең илселәрен, вәкилдәрен Башҡортостандың баш ҡалаһына, Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына саҡырҙы. Сергей Лавров билдәләгәнсә, респубоиканың Мәскәүҙәге презентацияһын да тарихи дата айҡанлы старт тип атарға мөмкин.

Мәскәү залы Башҡортостандың бәлкәй генә күсермәһе һымаҡ, был яҡта Шүлгәнташ мәмерйәһе, һулда Миңлеғәле Шайморатоҡа арналған экспозиция. Әйткәндәй легендар генерал да тыныс тормошта дипломат, Ҡытайҙа, Төркиәлә хәрби аттаге була. Ә башҡортостандың социаль-иҡтисади ҡеүәтен экрандарҙан видеороликтар аша танышырға мөмкин. Экспертар был презентация төбәтең халыҡ-ара хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә ныҡлы этәргес яһаясаҡ тигән фекерҙә

Рәмзиә Кәримова