Башҡортостанда йылға навигацияһын асырға әҙерләнәләр

Параходтар 25 апрелде көтә. Тап ошо көндә Ағиҙелдә навигация асыла. Әле суднолар ремонтланып әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Оло һыу барҙа мөмкин тиклем күберәк йөрөп ҡалыр кәрәк, ти капитандар ҙа. Йәй ҡоро килһә, навигацияның иртә тамамланыуы ла ихтимал. Бөгөн йылға иңләүселәр йөҙөү миҙгеле башланыр алдынан йыйылып маҡсаттар билдәләне.

Башҡортостан халҡына яҡшы таныш «Чайка» . Яңыртылған, төҙөкләндерелгән һәм яңы төҫтәргә буялған. Команда ғына былтырғы. Әле улар дизелдәрҙе ремонтлау,майлау эштәре менән шөғөлләнә. Навигация асылыу менән «Чайка» Өфө тирәләй круиздар башҡарырға тулыһынса әҙер.

Чайканы быйыл ныҡ ҡына яңырттыҡ. Тыштан сағыу төҫтәргә буяныҡ. Интерьерҙы ла алыштырҙыҡ. Барыһы ла ял итиүселәрҙең уңайлығы, сәйәхәт күңелле үтһен өсөн. Йөҙөүгә сығырға әҙербеҙ.

Юрий Фәйезов, «Чайка» теплоходы капитаны

Ләкин навигацияны ла ваҡытынан алда асыу мөмкин түгел. Причалдар әле һыу аҫтында. Йылҡа үҙ ярҙарына ҡайтыу менән, ә ул 25 апрелдә тип көтөлә, йөҙөү миҙгеле асыласаҡ. Суднолар был осорҙо мөмкин тиклем һөҙөмтәле афйҙаланып ҡалырға иҫәп тота. Юғиһә, һуңыраҡ кәмәнең ҡомға терәлеүе ихтимал.

Һуңғы йылдарҙа һауа торошо йылғасылыҡ өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Һыу һайыға, йөҙөү ауырлаша. Теплоходтарҙың үтеүен минут һайын күҙәтә барабыҙ. Ҡомға тиклем кәм тигәндә егерме сантиметр тәрәнлек ҡалырға тейеш. Йөҙөүгә гидрометеорологтар күрһәткестәренә, йылғаның торошона ҡарап ҡына сығабыҙ. Юғиһә, ҡомға ултырыуың да ихтимал. Ул сағында барлыҡ телоход, баржаларға ла хәрәкәт итеү мөмкин булмаясаҡ.

Марат Аҡтуғанов, «Кама бассейны эске һыу юлдары» хакимиәтенең Ағиҙел районы етәксеһе

Һыуҙа параходтар йөрөүен ярҙан ғына күҙәтеү яҡшы. Ә бына судно командаһына талаптар ҡаты. Хатта, ҡоро ерҙә йөрөүсе транспортҡа ҡарағанда ла. Капитандар был ҡағиҙәләрҙе яттан белһә лә йыл да навигация алдынан йыйылып хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен йәнә хәтергә төшөрә.

Былтыр йылғасылыҡта ҡануиәт ҡатыланды. Хәҙер судноларҙы теләгән ерҙә һәм ваҡытта тикшерә алабыҙ. Инспекторҙар көтөлмәгән рейдтар уҙғара. Шуға күрә командаға уяуыраҡ, йылға гиҙеү ҡағиҙәләренән тыш именлек мәсьәләләренә лә иғтибарлыраҡ булыу мөһим.

Сергей Воробьев, Дәүләт диңгеҙ һәм йылға идаралығының Яр Саллы төбәк бүлеге етәксеһе

Навигация асылыу менән Өфө халҡы тотош ил йылғаларын гиҙеүсе пароход һәм теплоходтарҙы күрә аласаҡ. Баш ҡалаға 20 пассажирҙар һәм турист суднолары швартовалар бәйләйәсәк. Улар араһында Виссарион Белинский, Александ Пушкин кеүек дүрт пулубалы теплоходтар ҙа бар.

Айнур Кәбиров