Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтары хеҙмәтенең төбәк идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгә медицина ойошмаларына 138 кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 65-е балалар. Шул уҡ ваҡытта уҙған йылдың ошо уҡ осоронда мөрәжәғәттәр яҡынса өс тапҡырға күберәк булған. Бөжәктең зарарлы булыу-булмауы лаборатория шарттарында асыҡлана.
Ведомство хеҙмәткәрҙәре талпандар уянған мәлдә граждандарҙы уяу булырға саҡыра. Сквер, парк һәм халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙы талпандарҙан эшкәртеү апрелдең һуңғы декадаһында башлана. Быға бәйле табиптар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә.