Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тормошҡа ашырыла. Белгестәрҙе һайлап алыу тәртибе, түләү шарттары, финанслау сығанаҡтарын билдәләү буйынса ҡарар әҙерләнә. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы быйылдан федераль кимәлдә лә ғәмәлдә була. Проектҡа ярашлы ауыл йәки бәләкәй ҡалаға эшкә килгән белгестәргә 1 миллион һум тапшырыла. Беҙҙең республикала бындай проект 2021 йылдан ғәмәлдә.