Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ошоға бәйле закон проектын ҡабул итергә йыйына. Һуңғы йылдарҙа Резерв фонды ҡулланылманы һәм тулыланманы. Федераль ҡануниәткә ярашлы, ҡаҙнала ҡалған аҡса киләһе йылға күсеп бара. Ашығыс һәм көтөлмәгән саралар өсөн аҡса һәр ведомствола айырым һаҡлана. Ошоға бәйле Резерв фондының кәрәге ҡалмаған. Закон проекты был айҙа пленар ултырышта ҡарала.