Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды менән берлектә “Бизнес-Старт” тигән конкурс иғлан итте. Быйыл унда бәләкәй компаниялар ҙа ҡатнаша. Бының өсөн импортҡа алмаш программаһы буйынса эшмәкәрлек алып барырға кәрәк. Еңеүселәргә 12 миллион һумға тиклем аҡса тапшырыла. Былтыр беҙҙең республиканан химия һәм медицина йүнәлешендә эшләгән ике ойошма грантҡа эйә булды.