Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзы Ырымбур өлкәһендә яҙғы ташҡындан зыян күреүселәргә 240 мең һумлыҡ матди ярҙам йыйған. Был турала төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең отчет-һайлау конференцияһында билдәләнде. Сара сиктәрендә ойошманың биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, президиум һәм идаралыҡ рәйестәре, ағзалары һайланды. Район-ҡалаларҙа уңышлы эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар советтарының тәжрибәһе өйрәнелде. Коронавирус осоро булһынмы, махсус хәрби операциямы - ойошма ағзалары республикала йәшәүселәргә күп яҡлы ярҙам күрһәтә.
Республиканың ҡатын-ҡыҙҙар союзы ҡарамағына етмеш район-ҡала ойошма, меңдән ашыу совет инә. Төпкөл ауылдарҙа ла гүзәл заттар берләшеп, әүҙем йәмәғәт эше алып бара. Йәш быуынды тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бүленә.