Радий Хәбиров "Салауат Юлаев" етәкселегенең отставкаға китмәүен аңлатты

Республика  Башлығы  белдереүенсә,  команда  даими беренселектә  яҡшы уйын күрһәтте, сағыу еңеүҙәр булды. Командаға һәм тренерҙарға яңы  мөмкинлек биреү тураһында  ҡарар ҡабул иткәндә, ошо ла  иҫәпкә  алынды, тине Радий Хәбиров. Бөгөн Республика  Башлығы  журналистар һәм блогерҙар менән осрашты.