Бөгөн Радий Хәбиров журналистар менән осрашыуҙа Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү тураһында һорауға яуап бирҙе. -Ремонт эшләнергә, таҙалыҡ һәм тәртип булырға тейеш. Икенсе бурыс - беҙгә Өфө федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә танытырға кәрәк. 30-31 августа күп саралар, күп ваҡиғалар буласаҡ, - тине Республика Башлығы.