«Өфө» аэропортында барлыҡҡа килгән яңы япма пассажирҙар хеҙмәтләндереүҙе 20 процентҡа арттырыу мөмкинлеге биргән. Быға тиклем эске авиалиниялар сәғәтенә 1300 кешене үткәрә алһа, хәҙер иһә был күләм мең ярымға еткән. Япма барлыҡҡа килеү менән Башҡортостандың һауа ҡапҡаларының дәрәжәһе тағы ла күтәрелеп, уңайлыҡтар барлыҡҡа килде. Улар тураһында ентекләберәк сираттағы репортажда.
Үҙенекеләргә ел-ямғыр ҙа тейҙермәй. Өфө аэропорты үҙ пассажирҙарына ҡарата хәҙер был һүҙҙәрҙе тура мәғәнәһендә лә ҡуллана. Бында килгән һәр кем ысын мәғәнәһендә ҡыйыҡ аҫтына ҡурсаулыҡҡа алына. Автомобилдәр ҙә хәҙер асыҡ һауала түгел, пассажирҙарҙы көпләнгән урында туҡтап ҡалдыра.
Тимерҙән ҡоролған япма 9 мең квадрат метр майҙанды биләй Һәм улы тулыһынса предприятиеның үҙ аҡсаларына төҙөлгән. Инеү урынын камиллаштырыу менән пассажирҙар ағымы ла ҡырҡа артҡан. Үҙ сиратында контроль -тикшереү пунктын да күбәйтеү ихтыяжы барлыҡҡа килгән. Хәҙер сумаҙандарҙы интроскоп аша үткәргәндә лә сират һуҙылмай.
Терминалдарҙа әле лә перфоратор тауышы тынмай. Аэровокзалды эс яҡтан да киңәйтеү, яңы мәғлүмәт таблолары урынлаштырыу, өҫтәмә хеҙмәтләндереү бүләмәләре төҙөлә. Һәм барыһы ла пассажирҙар уңайлығы өсөн. Бала биләү, уйын майҙаны, хатта ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләре лә хәҙер заманса.
Был үҙгәрештәр тотош ил кимәлендә лә юғары баһаланған. Быйыл «Өфө» аэропорты инфраструктура проекты номинацияһында «Рәсәй ҡанаттары» милли авиация премияһы еңеүсеһе тип танылған. Әйткәндәй ҡанатттар ҙа бермә-бер артҡан. Рейстар күбәйә, йүнәлештәр ҙә.
Аэровокзал япмаһы Өфөнөң 450 йыллығына тапшырылған тәүге объекттарҙың береһе. Ләкин модернизация юбилей йылы менән генә тамамланмай әле. Оҙаҡламай халыҡ-ара һәм эске линиялар терминалын берләштереү башлана. Йәғни, транзит пассажирҙар ике бина араһында тышҡа сыҡмай ғына, стериль зонанан йөрөй аласаҡ.
Айнур Кәбиров