Өфөлә «ПрофТок» проекты менән таныштырҙылар

Урта һәм өлкән класс уҡыусыларына уйын формаһында һөнәри йүнәлеш. Үҙенсәлекле проектҡа старт былтыр ғинуарҙа бирелгән.

Өфөнөң 35-се белем биреү үҙәгендә 40 минутлыҡ ПрофТок һөнәри йүнәлеш уйынында өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты. Улар һөнәр һайлау стратегияһын үҙаллы һайланы. Эшлекле уйындың ҡағиҙәләре, төрлө тәҡдимдәр сараны тағы ла һөҙөмтәлерәк итте. Маҡсат - хәҙерге заман уҡыусыларына профессиональ үҙбилдәләнештә нимә ҡамасаулауын асыҡлау, иң отошло уйын техникаһын билдәләү. Был өлкәлә Башҡортостандың 37 белем биреү учреждениеһынан 820-нән ашыу уҡыусы һынау үткән.

Проект ярҙамында хәҙерге үҫмерҙәрҙең киләсәк һөнәрҙәргә мөнәсәбәте, һәләте тикшерелә. Тупланған мәғлүмәт артабан һөнәри йүнәлеш биреү материалдарын формалаштырыуҙа ҡулланыла. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Йәш гвардиясылар» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында төбәк өсөн уникаль һөнәри йүнәлеш биреү ҡоралын - урта һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн Профток проектын артабан да камиллаштырыу өҫтөндә эшләй.

Оскар Лютов тәҡдим иткән проекттың маҡсаты йәш быуынға һөнәр һайлауға ярҙам итеү. Бында үҫмерҙәр тиҫтәнән ашыу профессияла нисек уңыш ҡаҙаныу юлдарын асыҡлап, үҙҙәренең көслө яҡтарын билдәләй ала. Бөгөн иң әүҙем уҡыусыларҙы бүләкләнек. Проектты федераль кимәлгә сығарырға ла әҙербеҙ.

Наталья Орлова, Дәүләт Думаһы Депутаты