Баймаҡ ҡалаһының инвалидтар ойошмаһында «Матурлыҡ - донъяны ҡотҡара» тип исемләнгән картиналар күргәҙмәһе ойошторолдо. Экспозицияға райондың Сыңғыҙ һәм Семеновское ауылдарынан ике һәүәҫкәр рәссам - Фәнисә Әхмәтова менән Фәннүр Ирмәкованың ижад өлгөләре ҡуйылды. Рәссамдарҙың тәүгеһе әҫәрҙәрендә сәскәләр гүзәллеген сағылдыра. Яҡын кешеһен юғалтҡан ханым ижадта йыуаныс таба.
Икенсе автор - Фәннүр Ирмәкованың эштәренең төп темаһы - тәбиғәт, тыуған яҡ матурлығы. “Өмөт бар” физкультура-спорт клубында ойошторолған күргәҙмәгә килеүселәр ҡылҡәләм оҫталарының ижадын юғары баһаланы.