Урал Килсенбаев Күгәрсен районы социаль объекттарында булды

Башҡортостан Хөкүмәте беренсе вице-премьеры эш сәфәре барышында район башҡорттары ҡоролтайы ултырышында сығыш яһаны. Унда алдынғыларға дәүләт наградалары тапшырылды. Урал Килсенбаев Мораҡ ауылында Мортаза Рәхимов башҡорт гимназияһында булды, граждандарҙы ҡабул итте, район мәҙәниәт йорто һәм Һатлыҡ ауылында Ял итеү үҙәген ҡараны. Сәфәр һөҙөмтәләре буйынса бөтә бурыстарҙы ваҡытында үтәү талабы ҡуйылды.