Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 120-се конвой барып етте

Ул илдең яңы төбәктәрендә урынлашҡан 13 хәрби берләшмә яугирҙәре өсөн тәғәйенләнә. Яҡташтарыбыҙға 12 автомобиль, ағас һәм утын, мобиль мунса, бензин бысҡыстары, генераторҙар, яҡтыртҡыстар, маскировкалау һәм балыҡ аулау селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм яҡындарынан посылкалар тапшырылды.