Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 45 районда яҙғы-баҫыу эштәре бара. Хужалыҡтар минераль ашлама индерә, ужым һәм күп йыллыҡ үләндәр баҫыуҙарын өҫтәмә туҡландыра, тырматыу эштәре бара. Ошо көндәрҙә ҡайһы бер райондарҙа сәсеүгә төшөргә йыйыналар. Быйыл яҙ 2 миллион гектарҙа иртә культуралар сәселә.