Илеш районында ҡотороу сире арҡаһында карантин индерелде

Исәмәт һәм Үрге Йәркәй ауылдарында сикләүҙәр тураһында Указ бар. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Карантин биләмәһәнә ситтән прививка эшләнмәгән мал индереү һәм сығарыу тыйыла. Сикләү айырым указ менән ғәмәлдән сығарыла.