Октябрь революцияһы урамында яңы арт-обьект асылды

Өфөлә баш ҡаланың символы һыуһар менән фотоға төшөргә мөмкин. Октябрь революцияһы урамында яңы арт-обьект асылды. «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды тарафынан тормошҡа ашырылған проект «Өфөгә 450 йыл» номинацияһында ҡала хакимиәте гранттары конкурсында еңеүсе булған. Шул уҡ көндө архитектура ҡомартҡыһы - сауҙагәр Юдаевтар йортонда баш ҡалаға арналған Өфө рәссамдары эштәренең күргәҙмәһе асылды. Ете ижадсы үҙҙәренең эштәрен «Бәхет биләмәһе» фонды башланғысы менән ойошторолған галереяға халыҡ иғтибарына сығарҙы.

Картиналарҙа тыуған ҡаланың матурлығы, иҫтәлекле урындары, тәбиғәте хозурлығы сағылдырылған. Рәссамдар үҙҙәренең картиналарында 1990 йылдан алып 2024 йылға тиклем төрлө осорҙа йөрәккә ҡәҙерле пейзаждарҙы һүрәтләй. Күргәҙмә ҡаланың, олораҡ быуындың бала сағын, йәшлеген, заман баҫымы аҫтында үҙгәргән йорттарҙың тарихын сағылдыра.