Был юлы ярыш Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы ярҙамында ойошторолдо. Махсус хәрби операция ветерандары ла ҡатнашҡан турнир төрлө быуын вәкилдәрен берләштерҙе. Әйткәндәй, бындай саралар аҙна һайын тиерлек баш ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында үтә. Шул иҫәптән, тактик медицина курсы, бильярд, сатраш кеүек интелектуаль уйындар ҙа ҡаралған.