Башҡортостанда 160 инвалидҡа автостраховка полисы буйынса компенсация бирелгән

Рәсәй Социаль фонды төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ОСАГО хаҡына 50 процент ташлама яһала. Бындай компенсацияға инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр ҙә дәғүә итә ала. Ташламаға эйә булыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла ғариза бирергә була.